четверг, 29 сентября 2022 г.

 Ятлап алыйыҡ әле!

Туған тел

Уҡытыусыбыҙ таҡтаға 

Яңы һүҙҙәрҙе теҙҙе.

Беҙ күмәкләп ҡабатланыҡ

"Тыуған ил" тигән һүҙҙе.

"Әсә" тигән һүҙҙе уҡып, 

Әсәйҙәрҙе уйланыҡ.

"Өфө" тигән һүҙҙе яҙғас,

Баш ҡаланы буйланыҡ.

Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар

Һөйөклө туған телдә.

Тыуған ерһеҙ, туған телһеҙ

Йәшәй алмай бер кем дә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий